Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2018, 02:00

Яҙ килтерҙе балалар

Ҡалабыҙҙың “Ҡояшлы” 34-се балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә йөрөүсе бәләкәстәр Наурыҙ байрамын ҡаршыланы.

Ҡалабыҙҙың “Ҡояшлы” 34-се балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә йөрөүсе бәләкәстәр Наурыҙ байрамын ҡаршыланы.


Байрамса сағыу биҙәлгән тамаша залында милли кейемдәге балаларҙы күреү, уларҙың башҡортса шиғырҙар, йырҙар башҡарыуын ишетеү менән күңел күтәрелде. Ҡышбикә һаман да Яҙһылыуға бирешергә теләмәгәндә малайҙар-ҡыҙҙар төрлө һәләттәре, дәртле халыҡ уйындары менән уның ҡырыҫлығын йомшартты.


- Халыҡ байрамын үткәреү ниәтен ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа оҡшатып күтәреп алды. Тәрбиәселәр Лилиә Баҡыева, Зөлфиә Фәхретдинова, Гөлнара Ғәлләмова күңел биреп ролдәргә инде. Әҙерлек мәлендә балаларҙың халыҡ ижадын тиҙ арала отоуына һоҡландыҡ, - ти сараның сценарийы авторы, музыка етәксеһе Гөлисә Ибраһимова.


Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә күп халыҡтарҙың яңы йыл байрамын билдәләүе күптәнге дәүерҙән килә. Һәр халыҡ уны үҙ ерлегендәге матур йолаларға таянып үткәрә. Үҙенсәлекле байрам ойоштороп яңылышмаған балалар тәрбиәһенә бар күңелен һалған ижади коллектив. Балалар баҡсаһы мөдире, күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә Ольга Стручалина әйтеүенсә, төркөмдә тәрбиәләнеүсе балаларҙың ата-әсәһенән, бигерәк тә олатай-өләсәйҙәренән рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Оло быуын туған тел ҡәҙерен дә, уның бала саҡтан тәбиғи, яҡын ҡабул ителергә тейешлеген дә аңлай. Байрамда ла ҡала мөхитендә үҫкән балалар олатаһы-өләсәһенән генә ишетә алған йырҙарҙы башҡарҙы, халыҡсан уйындар менән күңел асты. Башынан аҙағынаса башҡортса барған сарала бәләкәстәрҙең һәр әйткәнде аңлау ғына түгел, үҙҙәре туған телдә ҡыйыу һүҙ тотоуы шатландырҙы. Бөгөн башҡорт төркөмөндә 31 бала тәрбиәләнә. Киләһе йыл мәктәпкә барыу йәшендәге булған ҡыҙҙар-малайҙарға алмаш килерме, бар заманса мөмкинлектәре булған баҡсала башҡорт төркөмө тупланырмы – быныһы ата-әсәләрҙән, ғәзиздәрен туған мөхиттә тәрбиәләнеүен хәстәрләп, ваҡытында ғариза биреүенән тора.



Фото: автор.
Читайте нас: