Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март 2018, 02:00

Юбилейың менән, мәктәбем!

Ошо көндәрҙә Яңы Әптек мәктәбе үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Ошо көндәрҙә Яңы Әптек мәктәбе үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Мәктәп тарихы 1965 йылдан башлана. Тап ошо йылда “Ағиҙел” совхозына нигеҙ һалына һәм Яңы Әптек ауылы барлыҡҡа килә.
Унда илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән кешеләр күсеп килеп төпләнә. Халыҡ бергәләшеп яңы хужалыҡ төҙөй. Мәктәптең тәүге директоры итеп Хәмит Хазип улы Талыпов тәғәйенләнә. Ул үҙ янына эшенә яуаплы ҡараған, бөтә йөрәген балалар тәрбиәләүгә биргән уҡытыусыларҙы йыя. Мәктәптә тирә-яҡ ауылдарҙан – Сәлихтән, Биксәндән, Әптектән балалар белем ала. Уҡыусыларҙың күп булыуы сәбәпле, уҡытыу ике сменала алып барыла. Спорт залы, ашхана, оҫтахана, уҡыу бүлмәләре булдырыла. Коллектив ҙур, төрлө милләт вәкилдәренән тора. Ошо йылдар эсендә мәктәп директорҙары булып эшләгән М. Ш. Сәфәр-ғолов, М.Ш. Моғаттаров, Н. Ғ. Йәләев, уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары Р. Ә. Рах-манғолов, Х.Ғ. Заһретдинов белем усағының техник базаһын нығытыу, уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыу буйынса күп көс һала. Мәктәптә уҡытыу рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыла. 1983 йылда Ш. Н. Дәүләтова тәүге тапҡыр рус кластарында башҡорт телен уҡыта башлай. Туған телебеҙгә һөйөү уятыуҙа Х.И. Ҡасимова, С. Х. Ибәтуллинаның роле баһалап бөткөһөҙ була. Улар иң яҡшы методик алымдар ҡулланып, республика кимәлендә асыҡ дәрестәр үткәрҙеләр. 2006-2007 йылдарҙа Мәғариф министрлығы дәүләт телдәрен уҡытыу кимәлен тикшереү үткәргән ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары В.Х.Ғәләүетдинова, Ә.Р. Кәримова, Э.Ғ. Мөлөкова, Л.Ф. Ҡадированың эше ҙур баһа алды. Рус теле уҡытыусылары Т.Ф. Талыпова, Т.С. Йәлиева, Т. А. Кучина, Э. Р. Рахманғолова, Н.В.Казакова, Ф.М. Әбүбәкирова бер маҡсаттан сығып эшләйҙәр. Юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн Тамара Сәмиғулла ҡыҙы Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була. Математика уҡытыусылары Х.Г. Әхмәҙиева, З.А. Хисаметдинова, Д.Р.Йәмилова, Ә. Ғ. Йәләев белем биреүҙә яңы методик алымдар ҡулланып эшләп, уҡыусыларҙа математика предметына һөйөү уята. Технология уҡытыусылары М.Ә. Мирасов, Ғ. З. Ғәлиәхмәтов, Ә.Я. Муллабаева балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Башланғыс класс уҡытыусылары Л.И. Арбузова, Л.А. Мирасова, Т. А. Дмитриева «РСФСР-ҙың мәғариф отличниктары» исеменә лайыҡ була. Химия, физика, тарих, инглиз теле, биология уҡытыусылары Р.З. Ғәлиханова, Н.Х. Мырҙағәлинаның уҡыусылары район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө предмет олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Беҙҙең мәктәп китапханаһы заманса йыһазландырылған, бай йөкмәткеле әҙәбиәт һәм дәреслектәр менән тулыһынса тәьмин ителгән. Был йәһәттән М.М. Исхаҡовтың роле әйтеп бөткөһөҙ. Өлкән пионервожатый Ф. Ә. Ғәлиеваның, музыка уҡытыусыһы Ә. М. Иҫәнбәтовтың уҡыусылар менән драма театры ойоштороп район мәктәптәре алдында сығыш яһауҙарын әле лә һағынып һөйләйҙәр. Оло быуын уҡытыусыларына алмашҡа йәш, талантлы уҡытыусылар килде. Мәктәп коллективы берҙәм көс менән эшләй, тормош менән бергә атлай, үҫә, алға ынтыла. Уҡыусылар муниципаль, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиадаларында сығыш яһап, призлы урындар яулай.
Ярты быуат эсендә мәктәпте тамамлаған уҡыусылар илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә арымай-талмай хеҙмәт итә. Улар араһында летчиктар, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙер һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Бына улар: Хәйбуллин Мөхәмәт – Өфө аграр институты деканы, Байтимеров Хәбир, Хәбиров Салауат, Ғәбитов Артур – летчиктар, Мырҙағәлин Илһам хәрби академияны тамамлаған, Рәхмәтуллин Ҡадир Санкт-Петербургта хәрби табип булып эшләй. Мәктәп директоры Зөлфиә Венер ҡыҙы Үмәрғәлина әйтеүенсә, бөтә был уңыштар мәктәп коллективының дөйөм тырышлығы ул.
Әлеге ваҡытта мәктәптә 150 уҡыусы белем ала. Белем усағында заман менән бергә атлаусы, үҙ өҫтөндә тынғыһыҙ эшләгән, һәр яҡтан белемен методик яҡтан байытыусы, ә иң мөһиме, балаларҙы яратыусы 18 педагог эшләй. Үҙенең алтын юбилейын ҙур ҡаҙаныштар, бейек үрҙәр менән ҡаршылай Яңы Әптек мәктәбе.
Читайте нас: