Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Февраль 2018, 02:00

Һәр бәйгесе - йөҙөк ҡашы

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсын ябыу тантанаһы үтте.

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Конкурста төрлө мәктәптәрҙән 31 уҡытыусы үҙ-ара көс һынашты. Улар асыҡ дәрестәр бирҙе, эш тәжрибәләре менән бүлеште. Ниһайәт, һөнәри бәйге артта ҡалды.


Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов конкурстың йыл һайын яңы исемдәр асыуын, үҙ һөнәренең оҫталары һәр ваҡыт еңеүсе булыуын билдәләне.


Тәүҙә “Йәш педагог”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында ҡатнашыусылар айырым-айырым тәбрикләнде. Ҡотлауҙар балаларҙың сығыштары, йыр-бейеүҙәре менән аралашып барҙы. Артабан сәхнәгә конкурстың призерҙары саҡырылды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы призеры исеменә ҡаланың 19-сы мәктәбенән Зәлифә Ғәбитова лайыҡ булды. “Йәш педагог” конкурсы призерҙары исемлегендә - 18 мәктәптән Эльвира Ибәтуллина, 1-се гимназиянан Зөлфиә Ғәлиева, 2-се мәктәптән Мария Коротцова, Башҡорт кадет корпусынан Лилиә Фәйзуллина. “Йыл уҡытыусыһы” призеры дипломы менән 11-се мәктәптән Наталья Белоцерковская, Петровскиҙан Фәниә Ниғмәтуллина, 1-се гимназиянан Альбина Таһирова, Биксәндән Зәлиә Аллағузина бүләкләнде.


Иң тулҡынландырғыс мәл – еңеүселәрҙе иғлан итеү минутын конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар ғына түгел, уларҙың хеҙмәттәштәре, уҡыусылары ла түҙемһеҙләнеп көттө. “Йәш педагог-2018” конкурсы еңеүсеһе исемен Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының химия уҡытыусыһы Алмаз Насретдинов

яуланы.


- Мине еңеүгә өндәгән, ярҙам иткән 2-се БГИ коллективына, уҡыусыларыма, ғаиләмә рәхмәтлемен. Конкурста 12-се лицейҙың 8А класына дәрес бирҙем, ундағы коллективҡа ла ҙур рәхмәт. Миңә күрһәткән ышанысты артабан ҙурыраҡ кимәлдә аҡларға тырышасаҡмын, - тине Алмаз Ҡасим улы.


Уҡытыусыларының уңышы өсөн уның үҙенән дә нығыраҡ һөйөнгән уҡыусылары ла сараға дәррәү килгәйне. “Беҙ класс етәксебеҙ менән ғорурланабыҙ. Уға теләгебеҙ – һәр ваҡыт алға!” - тине гимназистар.


“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2018” конкурсы еңеүсеһе исеменә 16-сы мәктәптән Альбина Хәлисова лайыҡ булды. Үҙенең маҡсатының тормошҡа ашыуы хаҡында белдереп, конкурсҡа дәртләндергән коллективына, яҡындарына рәхмәтен әйтте ул.


Ә “Йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсында еңеү бәхете быйыл 18-се мәктәптең география уҡытыусыһы Наилә Авезоваға йылмайҙы. Уның маҡсаты - хәҙер республика этабында лайыҡлы сығыш яһау, Ишембай уҡытыусыларының данын күтәреү.


Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыуға булышлыҡ иткән, 25 йыл дауамында ойошторолоп матур йолаға әүерелгән был конкурстың мәртәбәһе артабан да кәмемәһен ине.



Фото: автор.
Читайте нас: