Маҡар урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ғаилә байрамы үтте.
Балалар матур итеп шиғыр һөйләүҙәре, парлы шаян матрос бейеүҙәре менән күңелде асһалар, атайҙар үҙҙәренең төрлө яҡлы һөнәрле икәнен күрһәтте: улар “атта” ла сабышты, бәрәңге әрсеп тә ярышты, төрлө һорауҙарға дөрөҫ яуаптары менән дә һөйөндөрҙөләр.
Байрам бик дәртле, күңелле үтте. Кескәйҙәр атайҙарын ҡотлап үҙҙәре әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙылар. Атайҙар, үҙ сиратында, балаларҙы байрам менән ҡотлап, мәктәпкәсә төркөм коллективына матур байрам өсөн рәхмәттәрен еткерҙе. Байрам аҙағында бөтә атайҙар исеменән ҡотлау бүләге булып Көмөшбаев Юлай башҡарыуында “Болонда бер ҡолон” йыры яңғыраны. Был байрам барыһының да күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.