Маҡар урта мәктәбенең 2 класс уҡыусылары Ғаилә йылына арнап күңелле байрам үткәрҙе. Уҡыусылар ҡунаҡҡа атайҙарын саҡырып, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бүләктәрен тапшырҙы. Үҙҙәре әҙерләгән "Ҡунаҡ табыны" исемле тамашаны ла ҡурсаҡтар менән бик оҫта башҡарҙылар.