Маҡар ауылының моделле китапханаһында башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуы айҡанлы “Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы – Зәйнәб Биишева” исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте.