Мәҙәниәт бүлеге тарафынан иғлан ителгән әҙәби конкурс шарттарына ярашлы, балалар авторҙарҙың әҫәрен яттан һөйләп видеояҙма һалырға тейеш ине. Һәләтле балаларҙы, дәртле ата-әсәләрҙе, тотош класты “ҡуҙғатҡан”, Кинйәбулат, Маҡар, Сәлих, Тимашевка, Верхотор уҡыусылары ла ҡушылған матур сара һөҙөмтәлә 4 йәштән 10 йәшкәсә 24 ҡатнашыусыны йыйҙы. Кисә мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙән торған мәртәбәле жюри еңеүселәрҙе асыҡланы. Жюри ағзалары бер юлы ун бишләгән баланы йәлеп иткән 33-сө балалар баҡсаһы төркөмөн айырым бүләк менән билдәләп үтте. Ғөмүмән, кескәй күңелдәрҙә сәм, маҡсат, китапҡа һөйөү уятҡан конкурста еңелеүселәр булманы тиергә мөмкин.