Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь 2017, 02:00

Шыршы байрамына кем бара?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһы 22 декабрҙә үткәрелә. Унда беҙҙең райондан 18 уҡыусы ҡатнашасаҡ, уларҙың 11-е ҡала мәктәптәренән, етәүһе ауылдарҙан.

26 декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарыласаҡ Кремль шыршыһы йыл да иң лайыҡлы балаларҙы үҙенә йыя.


Быйыл Ишембайҙан шыршы байрамына ҡаланың 2-се мәктәбенән Даръя Ходырева юлланасаҡ. Төрлө яҡлап һәләтле ҡыҙҙың уңыштары тос. Мәҫәлән, спорт-бал бейеүҙәре буйынса Башҡортостанда ул өс тапҡыр чемпион була. “Леонардо” Бөтә Рәсәй тикшеренеүҙәр ғилми конкурсында икенсе урын яулай. Шулай уҡ ҡыҙ математика һәм башҡа өлкәләрҙә лә матур һөҙөмтәләргә өлгәшә.


Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһы 22 декабрҙә үткәрелә. Унда беҙҙең райондан 18 уҡыусы ҡатнашасаҡ, уларҙың 11-е ҡала мәктәптәренән, етәүһе ауылдарҙан. Быйыл Өфөгә юлланыусылар – ҡаланың 1-се гимназия, 2-се, 3-сө, 11-се, 14-се, 16-сы, 18-се, 19-сы, 7-се мәктәптәре, 2-се башҡорт гимназия-интернаты, Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы, Петровск балалар йорто, Үрге Этҡол, Ҡанаҡай, Ишәй, Яңы Әптек, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе уҡыусылары.

Фото: pixabay.com
Читайте нас: