Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Декабрь 2017, 02:00

Әсәйҙәр - тормош биҙәге

Кинйәкәй башланғыс мәктәбендә һанаулы ғына балалар уҡыһа ла, төрлө фәһемле саралар үтеп тора.

Кинйәкәй башланғыс мәктәбендә һанаулы ғына балалар уҡыһа ла, төрлө фәһемле саралар үтеп тора. Ошо көндәрҙә генә байрам уңайынан бында әсәйҙәрҙе йыйып шатландырҙылар.


Яҙгөл Хәйруллина менән Әлфинә Ильясова башҡарыуында “Күбәләк” бейеүе, Урал Дауытов, Рәсим Ҡорбанаев һәм Ғәлим Кинйәбаевтың “Һыбайлылар” бейеүе байрам күрергә килгән яҡындары өсөн ҙур бүләк булды. Балалар әсәйҙәрен үҙ ҡулдары менән эшләгән гөлләмәләргә күмеп, сәхнәне уларға бирҙе. Әсәйҙәр, апайҙарға иһә төрлө һөнәр оҫталығында ярышырға кәрәк ине.


Моңло бишек йырҙары, сабыйҙы биләүгә урау конкурсы, күңелле викторина, сәй табынында әсәйҙәр бешереп килтергән телде йоторлоҡ тәмлекәстәр менән һыйланыу – быларҙың барыһы иң йылы тойғолар ҡалдырҙы.
Читайте нас: