Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2017, 02:00

Рух һүнмәһә - тел үлмәҫ

2-се башҡорт гимназия-интернатының 3Б класы етәксеһе Кинйәбаева Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы балаларҙың телен генә түгел, рухын үҫтереүгә көсөн дә, белемен дә йәлләмәй.

Рух һүнмәһә - тел үлмәҫ,

Рух асылы миңә бөгөн кәрәк

Үҙемә һәм бөлгән халҡыма,

- тип яҙҙы халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.


Ошо шиғыр юлдары бөгөнгө көндә беҙҙең класс тормошона тап килеп тора, тип уйлайым. Ошо һүҙҙәрҙе девиз итеп алып Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 3Б класы етәксеһе Кинйәбаева Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы балаларҙың телен генә түгел, рухын үҫтереүгә көсөн дә, белемен дә йәлләмәй.


Ул Ишембай ҡалаһы һәм районында башҡорт халҡының боронғо ҡоралы – уҡтан атыу хәрәкәтен башлап ебәрҙе. Республикабыҙҙа ғына түгел, донъяға исемдәре билдәле шәхестәрҙе саҡырып, балалар һәм ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Хәҙер инде Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы үҙе генә түгел, балалар һәм ата-әсәләр ҙә уҡтан атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, район һәм ҡала данын яҡлайҙар, призлы урындар яулайҙар.


Беҙҙең кластың "Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар" КВН командаһының саф башҡорт телендә мәктәп һәм ҡала сәхнәләрендә сығыш яһауы ла – телде һәм рухты үҫтереүҙең асыҡ миҫалы.


Ә ошо көндәрҙә класс етәксебеҙ әсәйҙәрҙе йыйып, башҡорт кейеменең бер элементы булған түшелдерек (селтәр) яһау серҙәренә өйрәтте. Хәҙер класыбыҙҙың үҙенең байрам формаһы бар. Ҡыҙҙарҙың – түшелдерек, ә малайҙарҙың яғаларында - суҡтар. Тантаналы сараларҙа, байрамдарҙа, асыҡ дәрестәрҙә ошо форманы кейгән балаларыбыҙ бер башҡа үҫеп киткәндәй булалар, күҙҙәрендә осҡондар барлыҡҡа килә. Быны күреп, әсәйҙәрҙең һәм өләсәйҙәрҙең дә үҙҙәренә селтәр яһау теләге тыуҙы. Ҡайһы берәүҙәре был эште башланы ла инде. Башҡалар ҙа был өлгөнө күтәреп алыр, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: