Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2017, 02:00

Мәскәүҙән шөрләмә, үҙебеҙҙекен баһалай бел

17 ноябрь – Халыҡ-ара студенттар көнө

17 ноябрь – Халыҡ-ара студенттар көнө


Уҡыйым, тигән тырыш, маҡсатлы йәштәргә хәҙерге заманда юлдарҙың төрлөһө асыҡ. Берәүҙәр мәктәп тамамлау менән сит илгә тел өйрәнергә китеп, хатта ете диңгеҙ аръяғындағы уҡыу йорттары ишеген асырға йөрьәт итһә, үҙебеҙҙең арала йылдан-йыл Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарын һайлаусы егет-ҡыҙҙарыбыҙ күбәйә. Республика юғары уҡыу йорттарында ғына туҡталып ҡалмау яҡшымы, насармы – быға йөҙ төрлө ҡараш, фекер.


Әлбиттә, “Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен ал!” тигән саҡырыу йыш яңғыраған заманда ситкә китеп уҡыған

йәштәр артыуы борсоуға һалып та ҡуя. Уҡып бөткәс, тыуған яҡтарға ҡайтырмы һуң улар? Ҙур белгестәр, көслө шәхестәр булып, туған республикабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерерме? Сит илдә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тигән мәҡәл иҫкерҙе, күрәһең. Хәйер, һүҙ үҙ илебеҙҙең уҡыу йорттары хаҡында бара. Йәштәр уңышлы булырға теләй. Ә әлеге ваҡытта был төшөнсә конкурентлы белем алыуҙан айырылғыһыҙ, донъя күреү, сит мөхиттә лә юғалып ҡалмау, ҙур компанияларҙа эш урынлы булыу кеүек теләктәрҙе лә ҡушһаҡ, бөтәһе лә аңлашыла кеүек. Заманында үҙ аҡсаһына Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәйҙә беренсе Тау училищеһын (әле Санкт-Петербург тау университеты) астырған башҡорт руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов кеүек шәхестәр бейеклегенән донъя, халыҡтар үҫешенә күҙ ташлаһаҡ, һис шикһеҙ, географик сиктәр үҙенән үҙе юҡҡа сыға. Глобалләшеү шарттарында әлеге лә баяғы конкурентлы булыу менән бергә үҙ йөҙөңдө, үҙенсәлек-өҫтөнлөктәреңде һаҡлап ҡалыу, һәм, әлбиттә, сит ерҙәрҙә һиңә ҡарап, тыуып үҫкән илең, милләтең хаҡында һүҙ йөрөтәсәктәрен онотмаҫҡа кәрәк.


Муниципаль райондың мәғариф бүлеге һандарына күҙ һалып шуны әйтә алабыҙ: 2015-2016 уҡыу йылында республиканан ситтә юғары уҡыу йорттарын һайлағандар мәктәп тамамлаусыларҙың 32 процентын тәшкил иткән, быйыл был күрһәткес бер аҙға кәмегән - 30 процент. Исемлектә башлыса Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ырымбур вуздары. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттары араһында иң популяры булып Башҡорт дәүләт университеты ҡала - быйыл егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың 23 проценты ошо уҡыу йортона ингән, унан ҡала Өфө дәүләт авиация техник университеты -14 процент, Өфө дәүләт нефть техник университеты -13 процент, Башҡорт дәүләт педагогия университеты өлөшөнә 5 процент тура килһә, Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлап, киләсәктә үҙен табип итеп күргән йәштәр быйыл әҙерәк булған – 3 процент. Ҡайҙа ғына белем алһалар ҙа, йәштәребеҙ үҙҙәрен тапһын, ә тыуған ер артабан һөнәри үҫеш, социаль мөмкинлектәр яғынан үҙен тартып, һәләтле, алдынғы белгестәрҙе көтөүен белгертеп торһа ине, әлбиттә. Ситтә уҡыусы студенттарыбыҙ мегаполистар мөхитендә юғалып ҡалмаһын өсөн берҙәмлек өлгөһө күрһәткән ойошмалар булыуын да беләбеҙ. Шуларҙың иң әүҙем һәм байтаҡтан бирле эшләп килгәндәренән Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһын атарға була. Бынан ете йыл элек булдырылған ойошма бөгөн Мәскәү, Питер вуздарын һайлаусы йәштәребеҙгә һәр яҡлап ҙур таяныс. Улар был ҙур ҡалаларҙа башҡорт йәштәрен мәҙәни сараларға йыйыу менән генә мәшғүлдәрҙер, тип уйлаусылар төптө хаталана. Ассоциация Башҡортостан йәштәренә илебеҙҙең иң алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеү, республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү маҡсатында эш алып бара, ә халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуҙы алға һөргән күп төрлө саралар рухи берҙәмлекте булдыра.


Уҡыу йорто, һөнәр һайлауҙа, киләсәгеңде күҙаллауҙа йәштәргә бер кәңәш булһын тип, фекерҙәрҙең төрлөһөн тупларға тырышып, беҙ ошо ассоциация етәксеһе Азат Бадранов менән бәйләнешкә индек. Әйҙәгеҙ, уның фекерен дә тыңлайыҡ, вуз, һөнәр һайлау юлында уңған йәштәрҙе лә, белгестәрҙе лә ишетәйек.


Азат БАДРАНОВ, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе:


- 2009 йылда республикабыҙҙан йүнәлтмә буйынса йөҙҙән ашыу егет һәм ҡыҙ Мәскәү вуздарына уҡырға инде. Райондарҙа эш әүҙем барҙы, университеттар менән мөнәсәбәттәр булдырылды. Минең кеүек шул йылдарҙа Мәскәүгә уҡырға ингән тағы бер нисә кеше үҙебеҙҙең йәштәрҙе сит ерҙә ойошторошоу эшенә йәлеп ителдек. 2010 йылда Башҡортостандан 500-ләп студент Питер, Мәскәүҙә уҡый ине инде. Быға тиклем бәйләнеш булмаған төрлө вуздар беҙҙең студенттар йөҙөндә үҙҙәре өсөн Башҡортостанды асты. Әйтергә кәрәк, республика йәштәре уҡыу менән дә, йәмәғәтселек эшендә, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу менән дә алдыра. Юл бер асылғас, йылдан-йыл илебеҙҙең танылған вуздарына уҡырға инергә теләүселәр артты, шуға күрә был эште дауам итеү талабы тыуҙы. Ауылдарҙан сыҡҡан йәштәребеҙҙе үҫтерергә кәрәк, Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына уҡырға индерергә ярҙамлашып, уларҙың ҡалаға өйрәнеүен еңелләштереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Беҙ йәштәргә ярҙам итә башлағас, ауылдарҙан килеүсе ата-әсәләрҙең үҙҙәрен тотошо аптырата торғайны. Бер мәл улын эйәртеп бер әсәй кеше килде. Улының документтарын ҡарап, әңгәмә үткәреп, күңеленә, һәләттәренә яҡын юғары уҡыу йортон билдәләнек. Әсәһенең ҡулында ханымдар сумкаһы юҡ, пакет тотҡан. Гәзит менән уралған төргәк сығарҙы ла: «Мына, һыйырҙы һаттыҡ, мында ун биш мең. Ҡалғанын ҡыш тағы бер тыусаны һуйғас, тултырып түләрбеҙ. Етерме икән? Уҡырға инә аламы?» - ти. Үҙе ҡалтырай, ришүәт бирә белмәй. Тамағыма төйөр тығылды. Мин апайға: «Апай, беҙгә аҡса кәрәкмәй. Улығыҙ мотлаҡ рәүештә уҡырға инәсәк. Был аҡсаға уға ноутбук алып бирегеҙ», - тигәйнем, түгелеп илап ебәрҙе. Мөмкинлектәр тигеҙһеҙлегенән, үҙ-үҙеңә ышанмауҙан, үҙеңде башҡалар менән тиң күрмәүҙән ҡотолорға кәрәк! Һәр заманда йәштәргә үҙҙәренең уй-хыялдарын, ниәттәрен тормошҡа ашырыу юлдарын табышыу мөһим. Үҙем Өфөлә юғары уҡыу йорто тамамлағандан һуң Мәскәүгә Н.Э. Бауман исемендәге МДТУ-ға уҡырға ингәйнем, әлбиттә, ауылдан тура килгәндәргә ҡарағанда баш ҡалаға тиҙерәк өйрәнелде.


Мәскәү - ул мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу ҡалаһы булыу менән бер рәттән, ныҡ булырға ла ҡуша, ул, ысынлап та, күҙ йәштәренә ышанмай. Ҡайһы бер ата-әсәләр балалары поезд йә самолет менән Мәскәүгә килеп төшкәс тә, уларҙы скинхедтар, наркодилерҙар, сутенерҙар ҡаршылай, тип уйлап яңылыша. Әгәр ҙә ошондай уй-ниәттәр менән Мәскәүгә киләһең икән, ысынлап та, тап шундайҙарға юлығыуың бар. Ә сит илдә уҡыуға килгәндә, мин балаларҙың урта мәктәпте тамамлағандан һуң сит илдәргә уҡыуға китеүенә ҡаршымын. Улар юғары белемде үҙебеҙҙә алып, сит илгә ниндәйҙер фәнни эш башҡарырға, стажировкаға ғына барырға тейештер.


Ассоциациябыҙ эшен Мәскәү хөкүмәтендә, РФ Дәүләт Думаһында, Йәмәғәт палатаһында, төрлө юғары уҡыу йорттарында яҡшы беләләр, төрлө сараларға саҡыралар. Милләт-ара мәсьәләләр менән шөғөлләнеүсе дәүләт эшмәкәрҙәре эшебеҙҙе хуплай. «Мәҙәни кодтар» тигән төшөнсә бар, ул башҡорттарҙы технарҙарға, гуманитарийҙарға айырмай, барыһына ла бер үк төрлө йоғонто яһай. Беҙ үткәргән «Мәскәү һылыуҡайы», КВН һымаҡ сараларға, башҡорт концерттарына яҡташтарыбыҙ үҙҙәре менән бергә уҡыған башҡа милләт вәкилдәрен, дуҫтарын, курсташтарын алып килә. Урыҫтар, чечендар, грузиндар, әрмәндәр башҡорттарҙың шундай мәҙәниәте, тарихы барлығына һоҡланып ҡайта. Был беҙҙе лә дәртләндерә, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурланыу тойғоһо уята.



(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 92-се һанында (17.11.2017) уҡығыҙ)


Читайте нас: