Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2017, 02:00

Ҡанатлы иттең, гимназия!

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты ошо көндәрҙә үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты ошо көндәрҙә үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән сағыу тантана туғандар, рухташтар байрамылай ҡабул ителде.


Ә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел – гимназияла төрлө йылдарҙа эшләгәндәрҙе лә, элекке уҡыусыларҙы ла йылдар, аралар алыҫлығына бирешмәҫ “беҙ-гимназистар” тигән ҙур төшөнсә берләштерә. Күңелдәренә ҡанат үҫтергәне, иңдәренә тауҙар аҡтарырлыҡ көс өҫтәп оло тормош юлына оҙатып ҡалғаны өсөн туған мәктәптәренә, уҡытыусылар, тәрбиәселәргә рәхмәтлеләр йыйылғайны залда. Саҡ ҡына үткәндәргә күҙ һалайыҡ - үҙ тарихын уҙған быуаттың 30-сы йылдар уртаһынан барлаған 3-сө мәктәп, унан инде 2-се мәктәп-интернат, хәҙер 25 йыл башҡорт гимназияһы статусында белем һәм тәрбиә биргән усаҡ менән бик күптәребеҙ яҙмышы бәйле. Һикһән йылдан ашыу ғүмер эсендә мәктәпте 6 меңдән күберәк кеше тамамлаһа, гимназия осорона 2 меңдән ашыуы тура килә. 90-сы йылдарҙа илебеҙҙең мәғариф системаһында күп кенә үҙгәрештәр була. Милли кадрҙар үҫтереү, рухи булмышыбыҙҙы, тел, мәҙәниәтте күтәреү мәсьәләһен хәл итеүҙә “Юрматы” милли үҙәге ағзалары үҙ тәҡдимен индерә. Нәзир Хисаметдинов, Рәсүл Ғүмәров, Ғәли Байрамғолов, Сибәғәт Рахманғолов, Фәүзиә Аҡҡолова, Ғәлиә Ғүмәрова кеүек заман талабын тойған ағайҙар, апайҙар тырышлығы менән 1992 йылда гимназия бөгөнгө статусын ала. Һәләтле, көслө коллектив туплана, директор Гәрәй Нурғәли улы Өмөтбаев гимназияны республика кимәлендәге уңыштар менән танытыу маҡсатын ҡуя. Бөйөк яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди исемен алыу маҡсаттарҙы, яуаплылыҡты ла арттыра. Гөлназ Әхмәҙиева етәкселек иткән 1994 йылдарҙан гимназияла шашка спорты эпопеяһы башлана, ошо түңәрәктән башланған ҡыҙыҡһыныу, сәм күпме халыҡ-ара, донъя чемпиондары бирә! Әйткәндәй, юбилейға Ишембай шашистарын яңы бейеклектәргә күтәргән тренерҙар, шул иҫәптән Юрий Черток һәм чемпиондар үҙҙәре лә саҡырылғайны. Ысынлап та йондоҙҙар парады ине был.


2005 йылда республика август кәңәшмәһе Ишембайҙа үтеүе район һәм ҡала мәктәптәре үҫешендә яңы бер баҫҡыс булды. Гимназияла ҙур реконструкция эштәре лә тап ошо ҙур сараға әҙерлек сиктәрендә үтте. Бөгөн республика мәғарифында ошо йылдар эсендә үҙ йөҙөн, үҙ исемен танытҡан 2-се башҡорт гимназия-интернаты ҡарамағында заманса мөмкинлектәре менән ғорурлана алған ике уҡыу корпусы, ике ятаҡ, мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү усағы – башҡорт балалар баҡсаһы. Хәҙер инде байтаҡ йылдар гимназияны етәкләгән Әлфис Фәйзуллин да заманында ошо мәктәпте тамамлаған. Юбилей тантанаһын асып, уның, “беҙ - бер команда, рухташтар” тип мөрәжәғәт итеүендә, хеҙмәттәштәренә тәрән рәхмәтендә белем усағының асылы, булмышы сағылды.


Әлбиттә, юбилей ул ҡотлау-бүләктәрҙе, иң изге теләктәрҙе ҡабул итер мәл. Район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева бөгөнгө гимназия коллективын, ветеран уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе юбилей менән тәбрикләп, ҙур тарихлы уҡыу йортоноң бөгөнгө ҡаҙаныштарын билдәләне, уңыштар нигеҙендә бөгөнгө талаптарҙы аңлау, уҡыусылар, ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек ятыуын әйтте. Район хакимиәтенең бүләге лә уҡытыу эшендә, мәктәп тормошонда ла һәр саҡ кәрәге тейгән ҡоролма булды.



(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 88-се һанында (3.11.2017) уҡығыҙ)


Фото: автор.
Читайте нас: