Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2017, 02:00

Юбилейың менән, гимназия!

Быйыл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты үҙенең тап гимназия статусындағы белем һәм тәрбиә усағы булыуының 25 йыллығын билдәләй.

Быйыл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты үҙенең тап гимназия статусындағы белем һәм тәрбиә усағы булыуының 25 йыллығын билдәләй.


Ошо уңайҙан иртәгә ҡала мәҙәниәт һарайында сәғәт иртәнге 11-ҙә юбилей тантанаһы үтәсәк. Ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа башҡорт гимназияһының нигеҙендә торған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, республика, илебеҙҙең байтаҡ тарафтарынан элекке гимназистар, хәҙер төрлө өлкәлә абруй ҡаҙанған шәхестәр булараҡ та, хәтирәләргә, онотолмаҫ осрашыуҙарға бай сараға саҡырылған.


Читайте нас: