Ошо көндәрҙә Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты беренселәре бик матур, сауаплы эш башҡарып сыҡҡан.
“Класташтарым һәм класс етәксебеҙ менән бергәләп мәктәп тирәләй төрлө ағас, ҡыуаҡтар ултырттыҡ. Алма, слива ағастарының емештәрен татырға яҙһын, ҡоштарға ярҙам булһын, тип теләнек. Ҙур үҫербеҙ, мәктәпте лә тамамларбыҙ, ә ағастар тирә-яҡты йәмләп, уҡытыусыларыбыҙға беҙҙең хаҡта иҫләтеп торор”, тип яҙғайны Арина Хисмәтуллина исемле ҡыҙ. Хис-тойғолар ташып торған эш мәле фотоларының береһе бөгөн гәзит битен биҙәй. “Ағай-апайҙар, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡалышмағыҙ беҙҙән!” тигән кеүек бәләкәстәрҙең был ғәмәле, шулаймы?!
Ысынлап та, киләсәкте хәстәрләү, тыуған ереңде һөйөү билдәһе булған был эштә беҙ - өлкәндәр әүҙемлек күрһәтәбеҙме икән? Дәртләнеп көрәккә тотонор алдынан һандарға күҙ һалайыҡ. Ҡала биләмәһенең төҙөкләндереү бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл көҙөн хакимиәт хеҙмәткәрҙәре А.Блохин исемендәге скверҙа 50-ләп төп, торлаҡ идарасы компаниялары үҙ территорияларында 200-ҙән ашыу ағас үҫентеһе, мәғариф бүлеге һәм Үҙәк район дауаханаһы коллективтары 100-әр ағас һәм ҡыуаҡ ултыртырға ниәтләгән. “Асфальт-бетон заводы” предприятиеһы ултыртҡан төрлө ағас-ҡыуаҡтар иҫәбе өс меңдән арта. Үҫентеләрҙең күбеһе Маҡар урман хужалығы питомнигынан килтерелә. Быйыл бигерәк тә Байғужа ауыл Советы әүҙем булған – бер меңдән ашыу ағас үҫентеһе алып ултыртҡандар.
Эйе, әҙәм балаһы ағасты үҙе генә түгел, киләһе быуын өсөн дә ултыртырға бурыслы. Ошоно иҫтә тотоп, ергә бер
эйеләйек әле – ағастарыбыҙҙың шаулап үҫеүен ейәндәр менән күҙәтергә булһын!