Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Октябрь 2017, 02:00

Балаларыбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа

Ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана иң йылы, матур тойғолар ҡалдырҙы. Ветеран уҡытыусыларға, әлеге көндә ең һыҙғанып мәғариф өлкәһендә эшләүсе һөнәр оҫталарына тағы бер рәхмәт әйтеү мөмкинлеге булды.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана иң йылы, матур тойғолар ҡалдырҙы. Ветеран уҡытыусыларға, әлеге көндә ең һыҙғанып мәғариф өлкәһендә эшләүсе һөнәр оҫталарына тағы бер рәхмәт әйтеү мөмкинлеге булды.
Тормошобоҙҙоң үтә әһәмиәтле ҙур бер осорондә етәкләп тигәндәй ғилем, тәрбиә үрҙәренә атлатҡан уҡытыусыларыбыҙ мәңге күңел түрендә һаҡлана. Шуға ла был байрам һәр кемебеҙ өсөн айырыуса яҡын, ҡәҙерле. Мәҙәниәт йорто фойеһынан уҡ кәйефтәрҙе күтәргән күренеш ҡаршы алды – фотоға төшөү өсөн көҙгө мотивтарҙа сағыу биҙәлгән урындар әҙерләнгән, етмәһә, пантомималар ролен үтәгән йәштәр алма менән һыйлай. Һөнәри байрамдарын уҡытыусыларыбыҙҙың рәхмәтле, ихлас мөхит солғанышында ҡаршылауын күреү шатлыҡлы ине.
Ветерандарҙы, йәш быуын педагогтарын байрам менән тәбрикләп, муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин мәғариф системаһы үҫешенә Ишембай уҡытыусылары индергән өлөштө юғары баһаланы.
- Бөгөн район, ҡалабыҙҙың белем һәм тәрбиә усаҡтарында мең ярымдан ашыу кеше тырыша. Уҡыусыларыбыҙ республика, ил кимәлдәге олимпиадаларға, ярыштарға ҡыйыу сыға, йәш быуын илһөйәр, әхлаҡлы булып үҫһен өсөн күпме тырышлыҡ һалына. Үтә яуаплы бурысты намыҫ менән атҡарыуығыҙ өсөн оло рәхмәт, - тине Марат Хөсәйен улы. - Республикабыҙҙың мәғариф

системаһы илдә иң эре һәм алдынғыларҙан һанала. Һуңғы йылдарҙа мәғариф үҫешенә, балаларыбыҙҙың заманса шарттарҙа сифатлы белем алыуына ҙур иғтибар бирелеүен үҙебеҙҙә тоябыҙ. Мәктәптәрҙең, балалар баҡсаһының матди-техник базаһы көсәйә. Республика 2025 йылға тиклем дөйөм белем биреү учреждениеларында яңы урындар булдырыу буйынса федераль программаға әүҙем ҡушылды. Былтыр муниципаль район мәктәптәрендә 700-ҙән ашыу яңы уҡыу урыны булдырылды. 2019 йылға иһә бөтә мәктәптәр ҙә бер сменала уҡыясаҡ.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева, мәғариф бүлеге етәксеһе Роберт Ибатуллин да ихлас теләктәрен еткереп, уҡытыусылар, тәрбиәселәр коллективына артабан да уңыштар, ижади үрҙәр теләне.
Күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәткән йыр-моң, уҡыуҙан тыш йылдан-йыл ижади һәләттәрен үҫтергән балаларҙың сығыштары, уҡытыусыларыбыҙ араһында йыр, шиғырҙар яҙыусылар булыуын тағы бер асыу – быларҙың барыһы иң матур кисерештәр бүләк итте.
Әлбиттә, һөнәри байрамда һөнәр ҡаҙаныштарын билдәләмәй үтеү мөмкин түгел. Тантананың был тулҡынландырғыс, иҫтәлекле мәлендә тиҫтәләгән уҡытыусыларыбыҙ, мәктәпкәсә тәрбиә усаҡтарында тырышыусылар төрлө кимәлдәге наградалар алды. Ә ветеран уҡытыусыларҙы хөрмәткә күмеп, сәскәләр менән тәбрикләү, быйыл ғына эшкә тотонған йәштәрҙе сәхнә түренә саҡырып ҙурлау быуындар бәйләнеше әһәмиәтен дә, балаларыбыҙҙың ышаныслы ҡулдарҙа булыуын да сағылдырҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: