Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Октябрь 2017, 02:00

Йәйәүлеләр сафы тулыланды

Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия интернатының 1- се класс уҡыусылары бик файҙалы байрамға йыйылды.

Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия интернатының 1- се класс уҡыусылары бик файҙалы байрамға йыйылды.
Әле генә мәктәп тупһаһына баҫҡан бәләкәстәр тантаналы линейкала, барлыҡ йөкләмәләрҙе, етди генә һорауҙарҙы үтеп, йәйәүлеләр сафына алынды. Уларҙың күбеһе үҙаллы өйҙәренән гимназияға тиклем йәйәү килә, ҡайта һәм был сара улар өсөн һәр яҡтан фәһемле булды.
Әкиәт иленә сумған балалар Светофор Светофорычтан хат алды. Унда ул үҙенең боҙолғанын әйткән, үтенеп ярҙам һорап, төрлө күнегеүҙәр ебәргән. Уҡыусылар был эште ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарҙы. Аҙаҡ ҡыҙҙар-малайҙар юлда йөрөү ҡағиҙәләрен һөйләне, «Бәләкәй һәм өлкән» уйынын уйнаны. Уның барышында ЮХХДИ инспекторы төрлө хәл-осраҡтар булыуын аңлатып, юл йөрөү ҡағиҙәләре майҙансығынан бергәләп үтте. Уҡыусылар байрамды йомғаҡлап, алған белемдәрен нығытып ҡуйҙы, тәртипле йәйәүлеләр булырға ант бирҙе. Был көн бөтәһе дүрт параллель 1-се класс уҡыусылары йәйәүлеләр сафына алынды. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына сара аша балаларыбыҙ тормошта бик

кәрәкле ҡағиҙәләрҙе белеп ҡуйҙы.
Читайте нас: