Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2017, 02:00

Күңел һалған эш кенә емешле була

Этҡол урта мәктәбе баҡсаһына инергә тура килгәндәр әйтер – торғаны мөғжизәләр яланы ул. Уҡытыусы булмышында тылсымсы, ижадсы, тәрбиәсе ята тибеҙ. Ошо мәктәптә хәҙер инде 30 йыл биология һәм химия уҡытҡан Зилә Абдулхаҡ ҡыҙы Баһауетдинова хаҡында әйтелгән кеүек был.

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө


Этҡол урта мәктәбе баҡсаһына инергә тура килгәндәр әйтер – торғаны мөғжизәләр яланы ул. Уҡытыусы булмышында тылсымсы, ижадсы, тәрбиәсе ята тибеҙ. Ошо мәктәптә хәҙер инде 30 йыл биология һәм химия уҡытҡан Зилә Абдулхаҡ ҡыҙы Баһауетдинова хаҡында әйтелгән кеүек был.


Сығарылыш уҡыусылары араһында медицина, ауыл хужалығы йүнәлешендә китеүселәр байтаҡ булыуына ла аптырарға түгел. Башланғыс кластарҙан мәктәп яны баҡсаһында тәжрибәләр үткәреп, асыштар яһап, төрлө күргәҙмә, конференцияларҙа ҡатнашып үҫкән балаларҙан күпте көтөргә була.


- Балаларҙың уҡыу-тәжрибә участкаһында үткәргән ваҡыты үҙенә күрә бер тормош дәресе ул. Һәр йыл хеҙмәт һәм ял лагерында ла уҡыусылар баҡсасылыҡ серҙәренә, тормошта кәрәге тейәсәк белемдәргә өйрәнә. Тырышлығының һөҙөмтәһен күреү балала иң матур сифаттар тәрбиәләй. Маҡсатлы, үҙҙәре ҡыйыу тотоноп эшләргә әүәҫ булып китәләр. Дәрестә алғанды ошонда ғәмәлдә һынап ҡарайҙар, тәжрибәләр үткәреп, заманса агротехник белемдәрҙе файҙаланырға өйрәнәләр, - тигәйне Зилә Абдулхаҡ ҡыҙы уҡыу йылы башында осрашырға тура килгәндә. Уҡыу-тәжрибә участкаһы эше 0,8 гектарҙа йәйелдерелгән, унан тыш өс сутый майҙанды сәскә-декоратив бүлек иткәндәр. Быйыл уҡыу-тәжрибә участкаһында Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә бер нисә төр ауыл хужалығы культураһын өйрәнеү буйынса тикшереү эштәре алып барғандар. Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ: “Юннат” республика күргәҙмәһендә 10-сы класс уҡыусылары Айгизә Нәбиуллина һәм Әлфинә Юлмөхәмәтова 2-се урын алған. Ҡыҙҙар ярауай арпа һәм бойҙайҙың сәсеү ваҡыты уңышҡа, орлоҡтар сифатына тәьҫире буйынса тикшереү эше яҡлаған.


Күңел биреп тырышҡанға күрәме, мәктәп ихатаһы, мәктәп янындағы баҡса һәр йыл гөл-сәскәгә күмелә, уҡыусылар үҙҙәре үҫтереп алған йәшелсә-емештең мәктәп ашханаһын байытыуҙан да ҡәнәғәт. Белемдәрен тормошта ҡуллана белеп, киләсәккә ышаныслы ҡарап, тыуған ерен яратып үҫә балалар. Уҡытыусының изге бурысы ошоларҙы тәрбиәләй белеү ҙә.


Автор фотоһы.
Читайте нас: