Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2017, 02:00

Киләсәкте тәрбиәләйҙәр

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тибеҙ. Бәләкәстәребеҙ оло белем юлына аяҡ баҫҡансы күңелдәренә һеңдереп өлгөрөргә тейешле оло төшөнсәләр хаҡында уйланғанда тәрбиәсе һөнәренең ни тиклем яуаплы булыуын аңлайһың.

27 сентябрь - Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө


Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тибеҙ. Бәләкәстәребеҙ оло белем юлына аяҡ баҫҡансы күңелдәренә һеңдереп өлгөрөргә тейешле оло төшөнсәләр хаҡында уйланғанда тәрбиәсе һөнәренең ни тиклем яуаплы булыуын аңлайһың. Календарҙағы был көн йәмғиәт иғтибарын ошо һөнәр ҡиммәтенә йүнәлтә лә инде.
- Тәрбиәсенең һөнәр оҫталығынан, кешелек сифаттарынан һәм һәр баланың ҡабатланмаҫ эске донъяһына иғтибарлы була белеүенән киләсәгебеҙ тора. Юғары һүҙҙәр булып яңғыраһа ла, һөнәр асылын ошолай аңлау иң дөрөҫө, - ти ун ете йылдан ашыу ҡалабыҙҙағы 27-се “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһын етәкләүсе Вера Кулясова.
Өс йөҙгә яҡын бала тәрбиәләнгән баҡсала беҙҙе, әлбиттә, башҡорт төркөмө эше ҡыҙыҡһындырҙы. Ул бында өсөнсө йыл эшләп килә, сабый ғына булып килгән бәләкәстәр уртансы төркөм йәшенә лә еткән.
- Балалар ихлас шөғөлләнә, туған телдә әкиәттәр, шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ. Ата-әсәләрҙе лә йәлеп итергә тырышабыҙ, сөнки өйҙә туған телмәр яңғырамай, баҡсала алған белемдәр ҡулланылмай икән, беҙ алып барған эштең һөҙөмтәһе самалы буласаҡ, - ти тәжрибәле тәрбиәсе Ләйсән Ғасимова. Төркөмдөң алмаш тәрбиәсеһе Гөлнара Зөлҡәйҙәрова ла ата-әсәләрҙә теләктәшлек кенә түгел, ә балаң менән бергә тырышыу, белмәгәнеңде өйрәнергә теләү булырға тейешлеген әйтте. Хаҡ һүҙҙәр. Әлеге көндә ҡалабыҙҙа 31-се, 25-се, 28-се, 34-се һәм 27-се балалар баҡсаһында берәр башҡорт төркөмө эшләй. 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә төрлө йәштәге 120-нән ашыу бала тәрбиәләнә. Әлбиттә, улар күберәк тә булыр ине, төркөмдәр балалары туған мөхиттә тәрбиәләнеүен теләгән ата-әсәләр ғаризаһы нигеҙендә туплана.
Йыл һайын балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында мәғариф бүлеге тарафынан ойошторолоп килгән "Тамырым” шиғриәт фестивале хаҡында ла әйтке килә. Туған телдәрендә шиғыр ятлап, ерен, илен, атай-әсәйҙәре һөнәрен данлаусы балаларҙы ишетеү ҙур ҡыуаныс.
Автор фотоһы.
Читайте нас: