

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығының Ишембай ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге үлтереүҙә ғәйепләнгән Ишембай ҡалаһының 46 йәшлек кешеһенә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы (РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө).
Тикшереү күрһәтеүенсә, 2013 йылдың 7 апрелендә ғәйепләнеүсе ҡатынының һеңлеһе (балдыҙы) менән бергә Ишембай ҡалаһы эргәһендә була. Улар араһында бәхәс ҡуба, сөнки балдыҙы ирҙең ҡатынына уларҙың мөнәсәбәттәре тураһында һөйләү менән янай. Талаш барышында ир балдыҙын туҡмай. Баш-мейе йәрәхәте алған ҡатын шунда вафат була.
Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн ғәйепләнеүсе мәрхүмдең кәүҙәһен яҡындағы траншеяға ташлай һәм тупраҡ менән күмә. Артабанғы 12 йыл дауамында ул ҡатындың юғалыуы тураһында ялған мәғлүмәт бирә. Эҙләү саралары ла һөҙөмтә бирмәй.
Енәйәт асылмай ҡала, әммә 2025 йылда тәфтишселәр һәм криминалистар эш материалдарын яңынан анализлай, өҫтәмә тикшереү үткәрә, яңы шаһиттарҙы асыҡлай, һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсенең ҡатындың юғалыуына ҡатнашлығы тураһында дәлилдәр табыла.
2025 йылдың июлендә ир ҡулға алына һәм йыйылған дәлилдәр һөҙөмтәһендә ғәйепле булыуын танып, мәйетте йәшергән урынды күрһәтә. Шул уҡ йылдың октябрендә ғәйепләнеүсе күрһәткән урынды тикшереү барышында һөйәк ҡалдыҡтары табыла.
Эксперт тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре һәләк булған ҡатындың шәхесен, үлем осрағының күптән булғанын раҫлай. Тәфтишселәр етерлек дәлил йыя, шуға бәйле раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән енәйәт эше судҡа ебәрелә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы, vk.com/surbskr.