Кеше һәм хоҡуҡ
13 Май 2025, 03:57

Ришүәт биреп ҡотола алмаған

Ишембайҙа йәшәүсе ир Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт бирергә уйлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ришүәт биреп ҡотола алмағанРишүәт биреп ҡотола алмаған
Ришүәт биреп ҡотола алмаған

Республиканың прокуратура матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың апрелендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре урындағы хакимиәт бинаһы ҡаршыһында «Лада Гранта» автомобилен туҡтата. Водителдең иҫерек булыуы асыҡлана. Яуаплылыҡтан ҡотолоу өсөн ир ДПС инспекторҙарына 15 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә. Уны бер нисә тапҡыр был эштең законһыҙ булыуы тураһында иҫкәртәләр, әммә ғәйепләнеүсе үҙенекен итә. Ахырҙа полиция хеҙмәткәрҙәре ришүәттән баш тарта һәм хәл тураһында етәкселеккә хәбәр итә.

Ир үҙ ғәйебен таный. Енәйәт эше ҡарау өсөн Ишембай ҡала судына ебәрелгән.

 

Сығанаҡ: kungak.ru

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас