Кеше һәм хоҡуҡ
28 Января 2025, 11:42

Дипломды һатып алған

Ишембай ҡала суды Ейәнсура районы кешеһенә ҡарата Ишембай колледжы директорына ришүәт биреүҙә ярҙам иткәне өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ир Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 291.1 статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған (ҙур күләмдә ришүәт биреүҙә аралашсы) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Тикшереү фаразы буйынса 2018 йылдың июнендә ир танышына юғары уҡыу йортона уҡырға инеүҙә булышлыҡ итеү маҡсатында урта һөнәри белем тураһында диплом һатып алған. Ғәйепләнеүсе вазифалы кешегә - Ишембай һөнәрселек колледжы дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы директорына аралашсы аша 60 мең һум күләмендә ришүәт биргән.

Ир енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт ҡылыу шарттарын һәм ғәйепләнеүсенең шәхесен иҫәпкә алып, суд ғәйепләнеүсене 2 йыл һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы.

Автор:Ишембай район-ара прокуратураһы
Читайте нас