2013 йылдан әсә инвалид тип танылған бәләкәй ҡыҙын ҡарау буйынса пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алған. 2020 йылдың апрелендә бала үлгән. Ләкин ул был хаҡта Пенсия һәм социаль страховка фонды бүлегенә хәбәр итмәгән, шул рәүешле аҡса алыуын дауам иткән. 2020 йылдың майынан 2024 йылдың мартына тиклем уға 1,5 миллион һум аҡса күскән. Аҡсаны үҙ мәнфәғәте өсөн тотонған.
Әсә үҙ ғәйебен таныған, дәүләткә килтерелгән зыянды ҡаплаған. Енәйәт эше Ишембай ҡала судына ебәрелгән.
Сығанаҡ: vk.com/bashkortostanim
Фото: Башинформ