Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
29 Ноябрь , 16:00

Ишембайҙа йәшәүсе фатирының тәҙрәһенән этте ташлаған

Был хәл 28 ноябргә ҡарай төндә Губкин урамында булған, тип хәбәр итә «Дай мне лапу!» Ишембайҙа хайуандарға ярҙам» төркөмө ирекмәндәре.

Ишембайҙа йәшәүсе фатирының тәҙрәһенән этте ташлаған
Ишембайҙа йәшәүсе фатирының тәҙрәһенән этте ташлаған

Кадрҙа бер ирҙең подъездан сығыуы күренә. Бер аҙҙан ул эт эйәртеп ҡайта һәм өйөнә инеп китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, хайуан яҡынса 3-4-се ҡаттағы бейеклектән ергә ҡолап төшә.

 – Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шаһиттар ярҙам һорап төнгө сәғәт өсөнсө яртыла мөрәжәғәт иткән, әммә беҙгә иртәнсәк шылтыраттылар. Шунда уҡ урынға киттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эт йән биргән ине. Ул ҡот осҡос ғазап менән үлгән, – ти йәнлектәрҙе яҡлаусылар.

Хәҙер урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр этте үлтергән ирҙе табырға теләй. Полиция тикшереү башлаған.

«Мөрәжәғәт Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегендә теркәлгән. Әле тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: