Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
9 Сентябрь , 12:45

Изге күңелдән!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ – ЮЛҒОТЛИН Урал Абдрахман улын тыуған көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һин балаларың өсөн ҡайғыртыусан атай, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн яратҡан, ҡәҙерле олатай ҙа.

Һиңә Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, борсоу-мәшәҡәтһеҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Әсәйебеҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын!

Бәхет шишмәң мөлдөрәмә булһын,
Күңелең борсолоуҙар белмәһен.
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң.


Иң изге теләктәр менән улың Ринат, киленең Динә, ейәнең Эмиль һәм ейәнсәрең Йәсминә.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: