Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
11 Апрель , 18:00

Ҡасып барғанда тотҡандар

Ишембайҙа төнгө клубта 23 йәшлек егетте яңылыш атып үлтергән Марзпетуни Галустянды Волгоград өлкәһендә тотҡандар.

Ҡасып барғанда тотҡандар
Ҡасып барғанда тотҡандар

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 апрелгә ҡарай төндә Ишембайҙың Докучаев урамындағы кафела эсеп иҫергән бер нисә ир-егет һүҙгә килешкән. Һуғыша башлағас, Галустян пневматик пистолетын сығарып, атып ебәргән, әммә пуля низағҡа бер ҡатнашы ла булмаған, ситтә баҫып торған егеттең башына тейгән. Был хәлдең шаһиттары уның пистолетын тартып алған, шунан һуң ир ҡасып киткән. Уны федераль кимәлдә эҙләү башланды.

Яраланған егет дауаханала йән биргән.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim?w=wall-153665096_207858

Фото: видеонан скриншот

Автор:
Читайте нас: