Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 2023 йылдың 22 ноябрендә булған. Әсә бер йәшлек улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған. Ул һөйләшкән арала ҡарауһыҙ ҡалған сабый батып үлгән. Табиптарға малайҙың үлемен теркәргә генә ҡалған.
«Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныны. Суд уны 10 айға иркенән сикләне. Әлегә ҡарар ҡарар законлы көсөнә инмәгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.