Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
7 Август 2021, 10:35

Карьерҙы законһыҙ эшкәрткәндәр

Муниципаль район хакимиәтенә махсус иҡтисади зона территорияһында ер аҫты ҡаҙылмаларының законһыҙ эшкәртелеүе тураһында хәбәр килә. Участканы күҙәтеүгә алыу күрше ҡаланан булған ер ҡаҙыусыны енәйәт урынында тотоу мөмкинлеген бирә.

- Хакимиәт вәкилдәре хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә законһыҙ эшкәртеү алып барылыуын асыҡланы. Ваҡиға урынында техника тора, әле милек хужаһы килде, эште тикшерәсәкбеҙ, - тине хакимиәт башлығының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Салауат Хәйретдинов.

Салауат Рәхим улы карьерҙы эшкәрткәндә закон менән проблемалар килеп тыумаһын өсөн ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыуға Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы һәм тәбиғәтте һаҡлау структуралары менән килешелгән лицензия булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ер участкаһы өсөн аныҡ хоҡуҡтар алыу мотлаҡ, әлеге осраҡта ул эшләнмәгән. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың техникаһы штрафтуҡталышҡа ҡуйыла. Һуңғараҡ проблеманы “хәл итеү” өсөн эске эштәр органдарына ришүәт бирергә тырышҡан гражданин ҡулға алына. Тикшереү дауам итә.

Автор фотоһы.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас: