Ошо көндәрҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы идаралығы начальнигы Геннадий Мосякин бүлектең шәхси составы һәм муниципаль райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәрен уның менән таныштырҙы. Геннадий Александрович Ильяс Әхәт улының һөнәри тәжрибәһен юғары баһаланы, енәйәтселек менән көрәштә һәм граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙә намыҫлы эшләйәсәгенә ышаныс белдерҙе.