Кеше һәм хоҡуҡ
26 Декабря 2020, 12:31

“Транснефть -Урал” акционер йәмғиәте Күтәрем ауылы сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары алыуға ярҙам итте

“Транснефть -Урал” акционер йәмғиәте Күтәрем ауылының сәнғәт мәктәбе өсөн музыка ҡоралдары алыуҙа хәйриә ярҙамы күрһәтте. Күтәрем урта дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә асылған уҡыу йортона пианино, баян һәм ике гитара һатып алынды.

Яңы музыка ҡоралдары уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн яңы офоҡтар асты. Атап әйткәндә, пианино булғас, сольфеджио буйынса дәрестәр үткәрелә башланы, шулай уҡ 2021 йылдың ғинуарынан башланасаҡ фортепиано дәрестәрен уҙғарыу өсөн әҙерлек төркөмөн йыйыу мөмкинселеген дә бирҙе.
Инструменттар һайлағанда уҡыу йортоноң үҙенсәлеге лә күҙ уңында тотолдо. Мәҫәлән, яңы баян махсус рәүештә йәш музыканттар өсөн тәғәйенләнгән: ул үҙенсәлеге буйынса ололар өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдарҙан һис ҡалышмай, әммә унда беренсе класс уҡыусылары ла уйнарға өйрәнә ала. Мәктәпкә килеүселәр һаны ла бермә-бер артты: өҫтәмә рәүештә унда бер нисә тиҫтә уҡыусы яҙылды.
“Транснефть -Урал” акционер йәмғиәте Күтәрем урта мәктәбенә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Атап әйткәндә, мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән “Транснефть” компанияһының корпоратив программаһы сиктәрендә физика, химия, математика һәм информатика кластары ремонтланып, яңы лаборатор йыһаздар һәм мебелдәр менән тәьмин ителгән.
Читайте нас