Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
21 Октябрь 2020, 15:57

Ҡыҙҙы төртөп төшөргән...

Ҡыҙҙың үлемендә ғәйепле иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Ҡыҙҙың үлемендә ғәйепле иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.
Үлемесле фажиғә 2019 йылдың 26 июлендә Ишембай ҡалаһында булғайны. Тәфтишселәрҙең фаразы буйынса, 32 йәшлек эскән ир таныш ҡатын-ҡыҙы менән әрләшкәндән һуң уны 9-сы ҡаттағы тәҙрәнән төртөп төшөрә, үҙе ваҡиға урынынан ҡасып китә. Ә ҡыҙ шунда уҡ үлә.
Бынан тыш, алдараҡ, шул уҡ йылдың майында, енәйәтсе һәләк булған ҡыҙҙың (ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән) 21 мең һумын урлаған була, аҡсаны картаның пин-кодын белеп, банкоматтан сисеп ала.
Ғәйепләнеүсе үҙенең үлемгә ҡатнашлығы юҡлығын дәлилләр өсөн төрлө уйҙырмалар һөйләй, ҡыҙҙың үлемен бәхетһеҙ осраҡҡа тиңләргә маташа. Әммә тәфтишселәр һәр нәмәне ныҡлап өйрәнгәндән-тикшергәндән һуң бының үлтереү икәнлеген иҫбат иткән, һәм шуға ярашлы хөкөм ҡарары сығарылған. Кеше үлтереүсе 15 йылын төрмәлә үткәрәсәк.


Аклима Гизатуллина
Читайте нас: