Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
4 Сентябрь 2020, 17:11

Иртәме, һуңмы, тотолаһың!

Муниципаль районда наркотиктар һаҡлау менән бәйле енәйәттәр артҡан.

Муниципаль районда наркотиктар һаҡлау менән бәйле енәйәттәр артҡан.
Уҙған ярты йылда законһыҙ әйләнештән 3,5 килограмм наркотик матдә һәм тыйылған препарат тартып алынған. Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо ярты йылда ғына наркотик һаҡлауҙа һәм таратыуҙа ғәйепле 40 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Наркотик етештереүсе, иртәме, һуңмы, тотола. Әммә был ваҡыт эсендә ул күпме зыян килтерә? Бөрө ҡалаһында йәшәүсе 34 һәм 26 йәшлек ирегеттәр Өфөгә наркотиктар һатырға китеп барғанда хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тотола. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙан 15 ҡап тыйылған матдә тартып ала.
Ике дуҫ бер нисә ай эсендә наркотиктар әҙерләү буйынса лаборатория эшен йәйелдергән. Наркотикты Өфөлә генә таратырға хәл итәләр.
Бөрөлә ике ҡатлы йорттарҙың подвалының береһендә лаборатория ойошторола. Тиҙ арала наркотиктарҙы етештереү һәм уларҙы һатыу буйынса эш әүҙемләшә. Дөйөм алғанда, уларҙан 190 грамм иҫерткес матдә тартып алына.
“Химик-лаборанттар»ҙың икеһе лә ҡулға алынған, уларҙы һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Читайте нас: