Ишембай районының бер ауылынан 16 йәшлек үҫмерҙе төндә бысаҡ яраһы менән дауаханаға килтергәндәр.
Ә хәл былай булған: үҫмерҙәр талашып киткән, икенсеһе бысаҡҡа йәбешкән һәм ауылдашының эсенә сәнскән. Был ваҡиға 28 августа ташландыҡ бинала булған, тип хәбәр итә "КП-Өфө" баҫмаһы.
Хәл-ваҡиға урынына оператив төркөм сыҡҡан, һөжүм итеүсене - 15 йәшлек үҫмерҙе - "эҫе сағында" ҡулға алғандар. Уға ғәйебен таныуҙан башҡа сара ҡалмаған.
Әлеге мәлдә үҫмергә ҡарата енәйәт эше асыу тураһындағы һорау хәл ителә.