Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
15 Июнь 2020, 18:59

Таксист һөйәркәһен үлтергән

Байрам көндәре лә "ҡанлы ғаилә драма"ларынан тыш үтмәне. Был юлы Ишембай ҡалаһында үлемесле ваҡиға теркәлде. Ҡаланың күп ҡатлы йорт подъездарының береһендә, осраҡлы үтеп барыусылар ҡатын-ҡыҙ мәйетенә тап була. Ул 42 йәшлек ҡатын була, ошонда уҡ йәшәгәне асыҡлана.

"КП-Өфө" мәғлүмәт сығанағы хәбәр итеүенсә, ҡатындың ҡаты туҡмалғаны асыҡлана, эсендә ике бысаҡ эҙе лә күренә. Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре саҡырыла, улар тиҙ арала ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Ул үлгән ҡатындың бергә йәшәгән "өйҙәш" ире булып сыға, ҡулға алған ваҡытта уның иҫерек булыуы билдәле. Ирҙең элек тә үлтереү буйынса хөкөм ителгәне һәм һуңғы ваҡытта таксист булып эшләүе асыҡланған. Фатирҙан ғәйепләнеүсенең әйберҙәре, шул иҫәптән кейеме, бысағы, ҡорғанды алынған. Әле ваҡиға буйынса тикшеренеү эштәре бара.
Фото: zen.yandex.ru
Карима Усманова
Читайте нас: