Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
24 Апрель 2020, 11:26

Яуаплыраҡ булайыҡ!

Уҙған аҙна эсендә Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында патрулләүҙәр барышындаүҙаллы изоляциялау режимын боҙоусыларға ҡарата 40 административ протокол төҙөлгән. Уларҙың яуаплылығын һәм штраф күләмен суд билдәләйәсәк.

Уҙған аҙна эсендә Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында патрулләүҙәр барышында үҙаллы изоляциялау режимын боҙоусыларға ҡарата 40 административ протокол төҙөлгән. Уларҙың яуаплылығын һәм штраф күләмен суд билдәләйәсәк.
Хәтерҙән сығармайыҡ: республикала тулы үҙаллы изоляция режимы дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, ҡала һәм ауылдар эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәрҙән башҡа барыһы ла был режимды тоторға һәм рөхсәт ителгән осраҡтарҙан тыш өйҙән сыҡмаҫҡа тейеш. Шәхси автомобилдә ҡайҙалыр юл тотоу doroga02.ru порталында теркәлгәндән һуң ғына рөхсәт ителә.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: