Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
20 Март 2020, 15:02

Ҡәҙерле гөлдәй үҫтергәндәр

РФ Енәйәт кодексының бер нисә статьяһы буйынса ғәйепле тип танылған ике яҡташыбыҙ суд залына баҫасаҡ. Улар наркотик матдәләре булған үҫемлектәр үҫтереүҙә ғәйепләнә.

РФ Енәйәт кодексының бер нисә статьяһы буйынса ғәйепле тип танылған ике яҡташыбыҙ суд залына баҫасаҡ. Улар наркотик матдәләре булған үҫемлектәр үҫтереүҙә ғәйепләнә.
Ишембайҙа йәшәүсе ир 2019 йылда ҙур ғына күләмдә киндер йыйып, унан литрҙан ашыу хәшиш майы һәм килограмдан күберәк марихуана эшләй.
- Ирҙең наркотик матдәһе булған үҫемлек үҫтереүе асыҡлана, - тип уртаҡлашты Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары Миләүшә Богданова. – Ул Ишембай районы ауылдарының береһендә урынлашҡан участкаһында киндер үҫтерә. Йыйып алынған наркотик матдәһе булған үҫемлектең ауырлығы 10 килограмдан артып китә.
Район кешеһе лә наркотик запасын булдырырға ҡарар итә. Йортонда теплица эшләй, уны тейешле әйберҙәр менән йыһазландырып, киндерҙе сәсеп үҫтерә. Полиция
хеҙмәткәрҙәре уның был шөғөлөн “уңышын” эшкәртеп, төрөп ҡуйғас ҡына асыҡлай. Хоҡуҡ һаҡсылары ете килограмға яҡын каннабис һәм уны әҙерләү өсөн сеймал тартып ала.
Наркотик етештереүселәргә бер нисә йылға иркенән мәхрүм ителеү янай. Әлеге көндә муниципаль районда “Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит” профилактика сараһы үтә. Уның маҡсаты – наркотик матдәләрҙең законһыҙ рәүештә һатыу факттарын асыҡлау. Наркотик йәшерелгән урындар, уларҙы һатыусылар, шулай уҡ
наркопритондар тураһында мәғлүмәтте 112 йәки 7-000-2 телефондарына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин.
Фото: интернет
Читайте нас: