- 2018 йылдың мартынан майына тиклем был ир Ишембай районында йәшәүсе өс кешегә Төньяҡ Себергә юғары эш хаҡы түләнгән эшкә урынлашырға ярҙам итергә вәғәҙә биреп, үҙенең хеҙмәте өсөн уларҙан 193 мең һумдан артыҡ аҡса йыя, - тип һөйләй район-ара прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы Руслан Хәсәнов. – Әммә биргән вәғәҙәһен үтәргә йыйынмай, ә аҡсаларҙы үҙенә тотона. Бынан тыш, ирҙең үтенесе буйынса зыян күреүселәрҙең береһе үҙ исеменә 285 мең һумға автокредит оформить итә һәм машинаны уға бирә.