Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
3 Декабрь 2019, 22:30

Ышанмағыҙ, алданмағыҙ!

Һуңғы арала Эске эштәр министрлығының Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса бүлегенә интернет-мутлашыусыларҙың ҡорбандарына әйләнеүселәрҙән мөрәжәғәттәр йышайған.

Һуңғы арала Эске эштәр министрлығының Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса бүлегенә интернет-мутлашыусыларҙың ҡорбандарына әйләнеүселәрҙән мөрәжәғәттәр йышайған.
Ҡалала йәшәүсе берәү ошо көндәрҙә полицияға 952 мең (!) һумға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы тураһында хәбәр итә. Ул ниндәйҙер интернет сайтта авторҙары клиенттарын нисек миллионер булырға өйрәтергә вәғәҙәләгән проектта ҡатнашҡан була. Һөҙөмтәлә ышаныусан ир ҙур аҡсалы магнатҡа түгел, ә бик ҙур бирәсәк эйәһенә әйләнә.
Тағы ла бер нисә яҡташыбыҙ эшләп тапҡан аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Улар интернет киңлектәре аша арзан хаҡҡа әйбер алып отабыҙ тип, мутлашыусылар иҫәбенә 40 мең һумдан 50 мең һумға тиклем аҡсаларын күсереп отола – әйбер ҙә юҡ, аҡсаны ла ҡайтарып булмай. Мутлашыусыларҙың кешене алдатыу юлдары көндән көн төрләнә, ти белгестәр. Банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да телефон аша пароль, карта номеры һәм башҡаһын һорамай. Бигерәк тә оло йәштәге яҡындарыбыҙҙы иҫкәртеп ҡуяйыҡ: мобиль телефон аша аҡсаларға бәйле ниндәйҙер операциялар эшләргә саҡырған СМС-тар килә, йә банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыраталар икән – бер ниндәй мәғлүмәт бирергә ашыҡмаһындар!
Фото: интернет.
Читайте нас: