Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
27 Ноябрь 2019, 15:50

Кеше кешегә... дошман?

Эҫеле-һыуыҡлы булып китә бындай хәбәрҙәрҙән. Ситтән ишетелгәндәренә бер аптыраһаҡ, үҙебеҙҙә, үҙебеҙҙең яҡташтар ҡулы менән ҡылынған енәйәттәр шаҡ ҡатыра. Уҙған аҙнала Ишембай районында иң ауыр енәйәт - кеше үлтереү факты теркәлде.

Эҫеле-һыуыҡлы булып китә бындай хәбәрҙәрҙән. Ситтән ишетелгәндәренә бер аптыраһаҡ, үҙебеҙҙә, үҙебеҙҙең яҡташтар ҡулы менән ҡылынған енәйәттәр шаҡ ҡатыра.

Уҙған аҙнала Ишембай районында иң ауыр енәйәт - кеше үлтереү факты теркәлде.

Ауылдаш ауылдашына ҡунаҡҡа бара. Күпмелер ваҡыт үткәс уны үле килеш табалар. Енәйәт эшен тикшереүселәр фаразы буйынса, ирҙәр араһында бәхәс тыуған һәм береһе икенсеһен быуып үлтергән.
Бынан алдараҡ та ҡалала аяныслы хәл булғайны: кисен эштән ҡайтып барған иргә күмәк компания бәйләнеп, йыртҡыстарса туҡмай, әйберҙәрен тартып ала. Һөҙөмтәлә йәш ир алынған йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Кешелеклелекте, айыҡ аңды юғалтабыҙмы?..
Фото: интернет.

Читайте нас: