Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
7 Август 2019, 02:00

Максимды үлтереүсегә хөкөм ҡарары сығарылды

Был хәл былтыр йәй булғайны. Машинаһын һатыр өсөн алыусы менән осрашырға тип киткән өлгөлө ғаилә башлығы Максим Стародубов ғәйеп була. Телефоны ла яуап бирмәй, үҙе лә юҡ.

Был хәл былтыр йәй булғайны. Машинаһын һатыр өсөн алыусы менән осрашырға тип киткән өлгөлө ғаилә башлығы Максим Стародубов ғәйеп була. Телефоны ла яуап бирмәй, үҙе лә юҡ.
Ирҙең кәүҙәһе бер аҙна үткәс кенә табыла... Автомобилен һатып алырға килгән ир уның ҡаланан ситкә сығыуын һорай, шул саҡта бысаҡ менән сәнсә. Максим машинаһын туҡтатып ҡасып ҡарай, тик ҡәбәхәт уға атып ебәрә һәм яралы ирҙе сәнсеп үлтереп ҡуя. Һәм быларҙың барыһы ла автомобиль өсөн...

Ҡатын – ирһеҙ, балалар – атайһыҙ, әсә улһыҙ ҡала. Енәйәтсе машинаны гаражына алып ҡайтып һүтеп өлгөрә, ирҙе күмгән була.
Әле енәйәтсегә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул 16 йыл ҡаты режимлы колонияла ултырасаҡ, артабан ике йылға ирке сикләнәсәк. Тол ҡатынға һәм ике балаһына 700-шәр мең һум компенсация түләргә тейеш. Әйткәндәй, ир быға тиклем машина урлау, урлашыу һәм хаҡһыҙлыҡ менән үлтереү статьялары буйынса төрмәлә ултырып сыҡҡан булған.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА



Фото: ДТРК

Читайте нас: