Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
27 Июль 2019, 02:00

26 июлдә Ишембайҙа аяныслы кеше үлеме теркәлә

Стахановсылар урамындағы 14-се йорттоң 9-сы ҡатынан йәш ҡатын осоп төшкән.

Стахановсылар урамындағы 14-се йорттоң 9-сы ҡатынан йәш ҡатын осоп төшкән.


Кешеләр шылтыратыуы буйынса фажиғә урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре йорт янында 1990 йылғы ҡатындың үле кәүҙәһен күрә.


Асыҡланыуынса, ошо көндө сәғәт 12-ләрҙә ҡатын иргә ҡунаҡҡа килә. Фатир хужаһы булған был ир әйтеүенсә, ҡатын асыҡ тәҙрәнән һикерә. Ҡурҡышымдан фатирҙан сығып йүгерҙем, тип белдерә ир. Уның газ конфоркаһын асып ҡалдырыуы ла күп һорауҙар тыуҙыра.


РФ Енәйәт Кодексының 105 статьяһы 1- се бүлеге буйынса ("Үлтереү") енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Читайте нас: