Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
19 Июль 2019, 02:00

Ишембайҙа йәшергән

Бер ай элек юғалған бала табылды.

Бер ай элек юғалған бала табылды.
Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында дүрт йәшлек ҡыҙыҡай юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Баланың әсәһе фекеренсә, уның атаһы – 51 йәшлек Үзбәкстан кешеһе урлауы ихтимал ине.
Әсә йөрәге алдамаған. Яңыраҡ бала табылды. Уны ысынлап та элекке ире алып ҡасҡан һәм Ишембай ҡалаһындағы туғандарында йәшереп тотҡан. Ир ҡыҙҙы әсәһенән бер ай самаһы йәшергән.
Ошо хәлгә тиклем баланың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмаған, алимент түләмәгән атайға ул бала нимәгә кәрәк булды икән? Әсәһе белдереүенсә, уның балаһына 300 меңдән ашыу бурысы йыйылған.
Әйткәндәй, ҡыҙыҡайҙы криминалистар тапҡан. Улар эҙләүҙе һөҙөмтәлерәк ойоштороу өсөн енәйәт эше ҡуҙғатҡан булған.
Баланы эҙләү 29 июндә башланғайны. Әле ҡыҙыҡайҙы әсәһенә биргәндәр, уның ғүмеренә һәм һаулығына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Ә бына атай кеше менән артабан нимә булыр? Быны тәфтишселәр хәл итәсәк.

Фото: интернет.
Читайте нас: