Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
11 Июль 2019, 02:00

Иркенән мәхрүм ителде

Ишембай ҡала суды тарафынан ҡалала йәшәүсе 31 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Ул РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт эшләүҙә ғәйепләнә.

Ишембай ҡала суды тарафынан ҡалала йәшәүсе 31 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Ул РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт эшләүҙә ғәйепләнә.


Тикшереү барышында шул асыҡлана, 2016 йылдың авгусында ғәйепләнеүсе алкоголь иҫереүгә тикшереү үтергә теләмәгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тартырылған булған. Әммә шуға ҡарамаҫтан, 2018 йылдың октябрендә ул алкоголле эсемлек ҡулланған килеш ВАЗ 21102 автомобиле руле артына ултыра. Ҡатын рулгә идара итә алмай ҡаршы юлға килеп сыға һәм ҡаршыға килгән «УАЗ PATRIOT» автомобиле менән бәрелешә.


Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсе ҡатын идара иткән автомобиль пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре менән фажиғә урынында вафат була.


Суд ҡатынды 2 йыл да 7 айға иркенән һәм 3 йылға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итте. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәне.



Фото: интернет.



С.В. Чистяков, район-ара прокурор.
Читайте нас: