Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
10 Июль 2019, 02:00

Почта бүлексәһенә һөжүм иткән

5 июлдә Ишембайҙың Бульвар урамында урынлашҡан почта бүлексәһенә бысаҡ менән ҡоралланған, башына пакет кейеп алған ир килеп инә һәм кассирҙы ҡурҡытып биш мең ярым һум аҡса тартып ала.

5 июлдә Ишембайҙың Бульвар урамында урынлашҡан почта бүлексәһенә бысаҡ менән ҡоралланған, башына пакет кейеп алған ир килеп инә һәм кассирҙы ҡурҡытып биш мең ярым һум аҡса тартып ала.
Урамға сыҡҡас ул “маска”һын сисеп, яҡында торған таксисҡа мең һум түләйем тип, үҙен өйөнә алып барырға ҡуша. Тик таксист был сәйер клиентты хеҙмәтләндереүҙән баш тарта.
Енәйәтсе өйөнә ҡайтҡансы полицияға енәйәт һәм шик аҫтына алыныусының билдәләре тураһында хәбәр килә. Тиҙҙән ир ҡулға алына. Унан енәйәткә ҡағылышлы әйберҙәр тартып алына.
Ҡулға алыныусыны таксист һәм кассир – тауышы һәм кейеме буйынса таный. Әйткәндәй, был ирҙең элек тә енәйәт яуаплылығына тарттырылған булыуы асыҡлана.




Фото: pixabay.com
Читайте нас: