Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
19 Апрель 2019, 02:00

Ишембайҙа балалы ҡатындың "юғалыуын" полиция ойошторған

Күптән түгел Ишембайҙа бер ҡатындың йәш ярымлыҡ балаһы менән юғалыуы хаҡында хәбәр булғайны, иҫегеҙҙәлер. Баҡһаң, был полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған махсус операцияның бер өлөшө булған икән. Бер-нисә көн элек юғалыусылар имен-һау табылды.

Күптән түгел Ишембайҙа бер ҡатындың йәш ярымлыҡ балаһы менән юғалыуы хаҡында хәбәр булғайны, иҫегеҙҙәлер. Баҡһаң, был полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған махсус операцияның бер өлөшө булған икән. Бер-нисә көн элек юғалыусылар имен-һау табылды. Ә кисә көндәше һәм уның сабыйын үлтерергә теләгән ҡатындың ҡулға алыныуы тураһында мәғлүм булды - спецоперация яҡшы тамамланды. Заказсыны ышандырыр өсөн ҡатын менән баланың "юғалыуын" полиция хеҙмәткәрҙәре ойошторған.



Иренең хыянатын бер йыл элек белгән 56 йәшлек ҡатын, Салауат ҡалаһынан бер әхирәтенә “яраҡлы” кеше эҙләйем, тип серен сискән. Ә тегеһе тотҡан да улына һөйләгән, уныһы ярай ҙа полицияға мөрәжәғәт иткән. Артабан, полицияның планы буйынса, был ир киллер булырға ризалашҡан һәм “ҡалым” хаҡы 250 мең һум тип билдәләгән.


Күрә алмаған көндәше менән иренән тыуған баланы юғалған тип, бөтә мир менән эҙләй башлағас,үҙенсә еңел һулағандыр бисә. Әллә үкенде микән? Ай-һай, бер йыл буйына енәйәт планлаштырып йөрөгән кешенән нимә өмөт итергә...
Аҡса бирергә үҙе түгел, һеңлеһен ебәреүҙе лә алдан уйлап ҡуйған бит. Ә “гонорар” артынан “киллер”ҙың әсәһенә килергә тигән фарман биргән. Әллә детективтарҙы күп ҡараған, әллә башҡаһы.
Ир бирмәк – йән бирмәк, ти ҙә ул халыҡ мәҡәле, тик ике кешенең йәнен ҡыйыу түгел инде.

Фото: newsbash.ru

Читайте нас: