Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
12 Декабрь 2018, 02:00

Башҡортостанда үҫмерҙәр 10 мең һумлыҡ ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә

Ишембай районында үҫмерҙәр ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә. Полицияға ғариза менән саүҙа нөктәһе хужаһы мөрәжәғәт итә. Ул ҡул сәғәте юғалыуы тураһында хәбәр итә.

Ишембай районында үҫмерҙәр ҡул сәғәте урлауҙа ғәйепләнә. Полицияға ғариза менән саүҙа нөктәһе хужаһы мөрәжәғәт итә. Ул ҡул сәғәте юғалыуы тураһында хәбәр итә.


РБ буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Өфөнән дүрт үҫмер Ишембайға дуҫтарына килә. Улар сауҙа үҙәге буйлап йөрөгәндә, ябыҡ һатыу нөктәһен шәйләп ҡала. Ике егет быяла кәштәне ярып, унан 10 000 һумлыҡ сәғәт урлай. Ваҡиғаға ике ҡыҙ шаһит була.
Ғәйепләнеүселәрҙең шәхесе билдәләнә. 17, 18 йәшлек йәш үҫмерҙәр булып сыға. Уларҙың шундай уҡ енәйәт эшендә ҡатнашыуы асыҡлана. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

    БСТ Айбулат Сисанбаев

      Фото: интернет.




      Читайте нас: