Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
31 Июль 2018, 02:00

Енәйәт асыҡлаусылар ... енәйәт ҡылған

Стәрлетамаҡта бер төркөм полицейскийҙар миллион һумдар менән баһаланған тауар урлаған. Был продукция, баҡтиһәң, енәйәт асыҡлау өсөн хужаһынан тартып алынған булған.

Стәрлетамаҡта бер төркөм полицейскийҙар миллион һумдар менән баһаланған тауар урлаған. Был продукция, баҡтиһәң, енәйәт асыҡлау өсөн хужаһынан тартып алынған булған.

Полицияға билдәһеҙ кешенән контрафакт буйынса шылтыратыу килгәс, мөрәжәғәтте тикшереү маҡсатында иҡтисади енәйәттәр менән көрәшеүсе бүлек вәкилдәре, “БашХолдинг” компанияһының 200 миллион һумға торошло ауыл хужалығы өлкәһендә ҡуллана торған химик препараттарын, тартып алып, махсус һаҡлағысҡа бикләп ҡуя. Тәфтиш барышында енәйәт эҙе табылмай һәм продукция кире ҡайтарыла. Тик... бына тауар хужаһы ғына химикаттарҙың тартып алынғандан күпкә кәмерәк итеп ҡайтарылыуын аңлап ҡала. Һөҙөмтәлә инде енәйәт асыҡлаусыларҙың үҙҙәренә ҡарата енәйәт эше асыла. Баҡтиһәң, улар бер мәл төнөн дөйөм тауарҙың 15 миллион һумлыҡ өлөшөн икенсе һаҡлағысға күсереп ҡуя. Әйткәндәй, ҡаза күреүселәр элекке полицейскийҙарҙы 80 миллион һумлыҡ химикат сәлдергән тип бара. Ниндәй генә сумма булмаһын, погонлыларҙың үҙҙәре үк урлашыуы уйға һала.

Бындай “әүермәндәр” арҡаһында халыҡтың полицейскийҙарға ҡарата ышанысы кәмемәҫ, тип кем әйтә ала. Шуға ил буйлап барған “таҙартыу” эштәренә ҡыуанырға ғына кәрәктер. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә илдең баш ҡалаһы(!) буйынса тәфтиш комитеты (элекке) етәксеһе Александр Дрымановты ҡулға алдылар. Шулай ҙа, бер-ике йылда бындай ҙур “табыштар” йышайһа ла, тоннанан артыҡ доллар, бихисап күсемһеҙ милек йыйған полковник Захарченконы халыҡ онотмайҙыр әле. Был әфәнденең “ваҡ-төйәккә” тип имзалаған аҡсаһы ғына ла 600 мең евро тәшкил иткән. Күршеләрҙә булған хәлде иҫәпкә алып та, ил кимәлендә лә инде киләсәктә химикаттар, аҡсалар, машиналар үҙ хужаһында ҡалыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: