Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
12 Март 2018, 02:00

Ут төрткәндәр

Уҙған аҙнала муниципаль район территорияһында өс янғын сыҡҡан.

Уҙған аҙнала муниципаль район территорияһында өс янғын сыҡҡан.
8 мартта көндөҙгө сәғәт 4.13 минутта янғын һүндереүселәр Ҡарайған ауылында мунса яныуы тураһында хәбәр ала. Янғын сәбәбе мунса мейесенең дөрөҫ ҡоролмауында, тип билдәләй белгестәр.
9 мартта Ишәйҙә хужалыҡ блогына ут тоҡана. Янғын электр ҡоролмаһының төҙөк булмауы арҡаһында сыға.
10 мартта Яңы Әптек ауылында кәбәндәр яна. Алдан фаразлау буйынса, өс тоннанан ашыу бесән кемдеңдер ҡулы тик тормауы арҡаһында юҡҡа сыҡҡан.
Читайте нас: