26 ноябрҙә 17.22 сәғәттә Кинйәкәй ауылының Беренсе май урамында өй яна. Һөҙөмтәлә, янғын 26 йәшлек йорт хужаһының ғүмерен өҙә. Белгестәр асыҡлауынса, ут электр сымынан сыҡҡан. 27 ноябрҙә Петровск ауылында ла йорттоң верандаһына ут тоҡана. Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.