Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
26 Сентябрь 2017, 02:00

Иренә бысаҡ менән сәнсә

22 сентябрҙә 21.00 сәғәттә ҡаланың Богдан Хмельницкий урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәр подъезда күп ҡан юғалтҡан ирҙе күреп “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыра.

22 сентябрҙә 21.00 сәғәттә ҡаланың Богдан Хмельницкий урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәр подъезда күп ҡан юғалтҡан ирҙе күреп “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыра.


Медицина хеҙмәткәрҙәре оператив рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре фажиғә булған урынға сыға һәм ирҙең үлгән булыуын асыҡлай.


Асыҡланыуынса, 1983 йылғы иргә ҡатыны спиртлы эсемлектәр эскән ваҡытта сыҡҡан талаш һөҙөмтәһендә бысаҡ менән сәнсә.


Фото: pixabay.com
Читайте нас: