Спорт
20 Сентября , 07:00

Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө

«Нефтсе» стадионында 2-се башҡорт гимназия-интернаты ойошторған сағыу спорт байрамы үтте. Ул барлыҡ уҡыусыларҙы берләштереп, барыһына ла күтәренке кәйеф бүләк итте.

Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнөСпорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө

5–8-се класс уҡыусылары еңел атлетика ярышында әүҙем ҡатнашты. Йүгереүселәр 60, 600 һәм 800 метрлыҡ арауыҡтарҙа тиҙлек һынашты.

Һикереү һәм снаряд ырғытыу майҙансыҡтарында ла ҡыҙыу көрәш барҙы. Балалар үҙ көсөн һәм етеҙлеген күрһәтте. Иптәштәренең дәртләндереп тороуҙары спортсыларға көс һәм ышаныс өҫтәне.

Юғары класс уҡыусылары ла һынатманы. Улар «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физик культура һәм спорт комплексы фестивалендә ҡатнашып, нормативтарҙы уңышлы тапшырҙы.

Сараның төп маҡсаты — сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу һәм балаларҙың һаулығын нығытыу. Был көн спорттың ысын ихтыяр һәм команда рухы байрамы икәнен иҫбатланы.

 

Әлсинә Саяхова фотолары.

Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Спорт, сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф көнө
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас